Яҡын арала кинотаҫма республиканың барлыҡ район-ҡалаларында күрһәтеләсәк. Тәржемә ителгән нәфис фильмды БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡараны.
Тағы ла ҙур экрандарҙа. «Шағир көндәлеге» тулы метражлы нәфис фильмы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған. Быға тиклем кинотаҫманың башҡорт телендәге версияһын республика райондарында һәм ил кимәлендә төрлө фестивалдәрҙә 15 меңгә яҡын кеше ҡарағайны. Рус телегендәгеһе тамашасы аудиторияһын тағы ла киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк, ти фильм режиссеры.
Кинокартинаны прокатҡа сығарыр алдынан ярайһы уҡ эш башҡарылған. Атап әйткәндә, 13 төрлө декорация эшләргә, төп ролдәрҙе башҡарған актерҙарҙан тыш 700-ҙән ашыу кешене йәлеп итергә, ҡышҡы сәхнәләрҙә 400 килограм яһалма ҡар “яуҙырырға”, 60 локацияны үҙгәртергә тура килә. Быларҙың барыһын да тормошҡа ашырыу өсөн төп ярҙамды халыҡ күрһәтә. “Шағир көндәлеге” фильмын төшөрөү өсөн миллион ярым һум аҡса йыйылған. Дәүләт тарафынан 23 миллион һум күсерелгән. Рус теленә тәржемә ителгән кинотаҫманы күп йылдар радио, телевидение өлкәһендә эшләгән Александр Бызов уҡыған.
2022 йылда киң тамашасыға сығарылған «Шағир көндәлеге» Брянск, Тула ҡалаларында ойошторолған кино бәйгеләрендә ҡатнашып та өлгөргән. Яҡын арала Мәскәү, Чебоксар һәм Читала үтәсәк фестивалдәрҙә күрһәтеләсәк. Нәфис фильмдың рус версияһын ҡала-муниципаль кинозалдарында ҡарарға мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова



