«Башкирэнерго» компанияһы 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса беренсе урында

«Башкирэнерго» компанияһы 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыу хеҙмәттәре сифаты рейтингында беренсе урынға сыҡҡан. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Ышаныслы партнерыбыҙ булған «Башкирэнерго» йәмғиәте һәр номинацияла һәм илдең 53 компаняиһы һәм филиалдары араһында интеграль күрһәткес буйынса ла еңеп сыҡҡан. Ябайыраҡ әйткәндә, килешеү төҙөгәндән һуң селтәргә тоташтырыу ваҡыты - Рәсәйҙә иң ҡыҫҡаһы. Мәҫәлән, 15 киловаттан 150 кипловатҡа тиклем ҡеүәтле селтәрҙәргә тоташтырыу ваҡыты 40 көндән дә кәм.

Был Стратегик башланғыстар агентлығы билдәләгән илдәге иң яҡшы практикаларҙың береһе, тиҙҙән компания менән берлектә Өфөлә, Өфө, Иглин һәм Благовещен райондарында яңы подстанциялар сафҡа индерәсәкбеҙ, был республикала йәшәүселәр һәм бюизнес өсөн бик мөһим.» тигән төбәк башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ