Социаль селтәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, тимер конструкция шәхси йорт алдына барып ингән. Бәхеткә, осраҡ һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрә юҡ, тимере ҡоролма тиҙ арала һүтеп алынған.
Синоптиктар фаразлауынса, арктик һауа массаһы баҫымына бәйле, алдағы ял көндәрендә һауа температураһы түбәнәйә. Елдең тиҙлеге секундына 26 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал. Көндөҙ 2-7 градус йылы, башлыса яуым-төшөмһөҙ булыр тип күҙаллана. Башҡортостандың көньяҡ райондарында ямғыр, епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Йәйге резинаға күскән водителдәргә иғтибарлы булырға, алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш ителә.



