Республика прокуратураһынан ошо турала хәбәр итәләр. 2020 йылдың февраленән ике йыл буйы өс йәшерен уйын залы эшләгән. Тыйылған бизнес менән шөғөлләнеүселәр миллиондарса һум табыш алған. Махсус операция барышында 41 аппарат, 33 компьютер тартып алынған. Ҡомарлы уйын ойоштороусылар енәйәт кодексы буйынса хөкөм ителә.




