2021 йылда Булгаков янында яңы завод асылды. Бында етештерелгән тауарҙы ташыған йөк машиналары ауыл уртаһынан үтә. Компания транспорт мәсьәләһен үҙ аллы хәл итә алмай. Республика Башлығы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына урау юлын һалыу өсөн аҡса табыу бурысын йөкмәтте.







