“Берҙәм Рәсәй” партияһы республика парламентына лайыҡлы кандидаттар һайлай. Быйыл тауыш биреү электрон тәртиптә алып барыла. Ул 22-се майҙан 28-нә тиклем ойошторола. Өфөлә алдан һайлауға әҙерлек барышы менән таныштырҙылар. “Кандидаттар төрлө өлкә кешеләре”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Быйыл сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, БашҡортостандаДәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлана, шулай уҡ муниципаль тауыш биреүҙәр үтә.




