Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән күп яҡлы килешеү төҙөлдө

Уның нигеҙендә ойошма вәкилдәре быйыл республикала үтәсәк һайлауҙа күҙәтеүсе булараҡ ҡатнаша аласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттарын алдан һайлап алыу онлайн рәүештә 22-һенән 28 майға тиклем уҙа. Төп һайлау 10 сентябргә тәғәйенләнгән.

Парламентарийҙарҙы һайлап алыу ғәҙел һәм ҡануниәткә ярашлы үтһен өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәрен йәлеп итеү ҡаралған. Улар өсөн йәйгеһен уҡыуҙар ойоштороласаҡ. Һәр һайлау участкаһында икешәр йәмәғәт күҙәтеүсеһе иҫәбенән сығып, 6 мең ярым кешене әҙерләү күҙаллана. Күп яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң, республиканың Журналистар союзы һәм «Башҡортостан» ижтимағи-сәйәси гәзите Йәмәғәт палатаһының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ