Аксаков ял һәм мәҙәниәт паркы яңырыу кисерә

Өфөнөң үҙәк өлөшөндә урынлашҡан йәшел зоналағы ҡала паркы мәҙәни мираҫ обьекты булараҡ та ҡиммәтле. Паркты төҙөкләндереү үҙенсәлектәре хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Йәмәғәт биләмәһен рекострукциялау «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Төҙөкләндереләсәк обьекттарға онлайн тауыш биреүҙә тап Аксаков паркы һәм биләмәгә яҡын 5 объект иң күп тауыш йыйған. Әлеге ваҡытта паркка ингән ерҙә асфальт ҡатламы алына, әммә борондан һалынған һумаҡтар һәм тыҡрыҡтар һаҡланасаҡ. Ҙур проектҡа тотоноусылар Өфө тарихында мөһим урын алып торған боронғо баҡса-паркты мөмкин тиклем һаҡлап, ҡала халҡы, ҡунаҡтар, туристар өсөн заманса һәм уңайлы итеү маҡсатын ҡуя.

Беҙ ике йыл эсендә күп кенә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерәсәкбеҙ. Аксаков паркын төҙөкләндереүгә Өфөлә йәшәгән 250 меңдән ашыу кеше тауыш бирҙе. Был обьектты төҙөкләндререүгә проект-документацияһын әҙерләүгә бик етди ҡараныҡ, дәүләт һәм тарихи-мәҙәни экспертизаны ла уңышлы үттек.

Руслан Хәйруллин, Өфөнөң капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе

Парк реставрацияһы өсөн яуаплы архитектор Юлиә Мөхәмәтйәрова тарихи күҙлектән ҡиммәтле булған мәҙәни мираҫ объектын мөмкин тиклем һаҡлау тәҡдиме менән сығыш яһай. Йөҙйәшәр ағастар һаҡланасаҡ. Ял итеүселәр өсөн хәүеф ле ағастарға ревизия яһалып, ҡороғандарын ҡырҡыу күҙаллана.Виденеевтың йәйге театры урынлашҡан ергә яҡын ғына ваҡиғалар майҙансығы йәйелдереләсәк. Пушкин урамындағы арҡалы ҡапҡа тулыһынса реставрацияланасаҡ.

Паркта үҫмерҙәргә скейт менән шөғөлләнеү өсөн һәм балалар майҙансығы төҙөләсәк. Был саралар төрлө йәштәге ял итеүселәрҙе күпләп йәлеп итеү өсөн башҡарыла.

Юлиә Мөхәмәтйәрова, С.Т. Аксаков паркын реставрациялаусы архитектор

Парк биләмәһе функциональ зоналарға бүленсәк: тарихи аллея, яр буйы, әҙәби ҡунаҡхана, ваҡиғалар майҙансығы, балалар өсөн ял урындары буласаҡ. Бәләкәй архитектура формалары ла барлыҡҡа киләсәк. Виденеев йәйге театры нигеҙе һаҡланасаҡ, әммә унда әлегә төҙөлөш ҡаралмаған, уның өҫтөндә пленерҙар үткәреү өсөн йәшел сиҙәм буласаҡ. Йәйге театрҙы тергеҙеүгә айырым проект талап ителә

Тротуарҙарҙы нығытыу өсөн бетон ҡушылған гранит плитәләр түшәләсәк. Был йыйыштырыу техникаһы тротуар плитәләрен боҙмаһын өсөн башҡарыла. Төп яҡтыртыу бағаналарынан тыш, бер-нисә төрлө декоратив яҡтыртыу ҡормалдары урынлаштырыласаҡ, күл тирәһен ҡамыш рәүешендә светильниктар менән яҡтыртыу күҙалллана.

Павел Варфоломеев, подрядсы ойошма директоры
Выборы 2026

Йәйге йылы миҙгелдә төҙөлөш-монтаж, ер эштәрен тулыһынса тамамлау, күҙәтеү һәм тышҡы яҡтыртыу системаһын ҡорау планлаштырыла. Бынан тыш таш плитәнән тротуарҙар, асфальт-бетон ҡатламын һалыу, бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡорау ҡарала.

Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы 3-4 ай эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. 3 гектарҙан ашыу майҙанда спорт майҙансыҡтары, ял зоналары, артобъекттар төҙөлсәк. Был урында Аксаковтар ғаиләһенә арналған скульптура ҡуйыласаҡ. Ә яҙыусының төп геройы һыны ал сәскә тотоп өфөләрҙе коллонналы ҡапҡа алдында ҡаршылаясаҡ. Паркты реконструкциялау башҡаланың 450 йыллығына өфөләргә ҙур бүләк буласаҡ тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ