Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бизнес-ифтар мәжлесе ойошторолдо

Изге Рамаҙан айының һәр көнөндә момсолмандар ифтар уҙғара. Баш ҡалала 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы бер майҙанға Ләйсән Йәнекәева, Хәджәр Сөләймән һәм Юлиә Ҡунаҡҡолова йыйҙы. «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында үткән кисәлә гүзәл заттарҙы рухландырыусы, ҡатын-ҡыҙҙың исламда тотҡан урыны һәм эшҡыуарлыҡ темаларына бағышланған сығыштар яңғыраны.

Сараны мосолман кейемдәре коллекцияһын күрһәтеүсе дефиле биҙәне, майҙансыҡта йәрминкә эшләне. Шулай уҡ, ифтарҙы ойоштороусылар үҙ эшеңде асыу, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү һәм ғаилә мәшәҡәттәренә лә дөрөҫ ваҡыт бүлеү тураһында фекер алышты. Ифтарға килеүсе һәр кемдең кейемендә башҡорт милли әйберҙәре булыуы айырыуса иғтибарға лайыҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ