Һәр райондың үҙ билдәле сараһы булырға тейеш. Мәҫәлән Сибайҙа- инвестиция һабантуйы, Баймаҡта - атайсал. Был турала Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдерҙе. Ултырышта башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Эшҡыуарҙар союз эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе.






