Өфөлә санитар өмәләр дауам итә

Ҡаланы төҙөкләндереү, йәшелләндереү айлығы май урталарына тиклем иҫәпләнгән. Өмәләр уҙған майҙандар буйлап БЮТ ижади төркөмө лә үтте. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бинаһы алдында бөгөн айырыуса йәнлелек. Йома ҡыҫҡа эш көнөндә лә санитар өмә үткәрелгән, шәмбе лә ведомство хеҙмәткәрҙәре дәррәү сыҡҡан. Һаулыҡ һағында тороусы чиновниктар таҙа экология яҡлы. Хеҙмәткәрҙәр ҡороған япраҡтарҙы, суп-сарҙы йыйыштырып тоҡтарға тултырҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҫмер сағынан экологик өмәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырыша. Бөгөн дә ул халыҡты ҡаланы йыйыштырыуҙа әүҙем ҡатнашырға өндәне.

Өфөлә санитар аҙналыҡтар даими үткәрелә. Нижегородка биҫтәһендә Карьер һәм Күл урамдары киҫелеше лә яҙ һулышы алды. Унда Ленин районы хакимәте хеҙмәткәрҙәре, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ирекмән-студенттары эшләне. Оҙон күлдең яр буйы сүп-сарҙан, ҡоро ағастарҙан, пластик шешәләрҙән таҙартылды.

Санитар таҙартыу буйынса шәмбе өмәләре Өфөнөң бөтә райондарында ла ойошторолдо. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, йыйылған сүп-сар, ҡороған ағас ботаҡтары, ҡаты ҡалдыҡтар 12 июлгә тиклем махсус полигонға бушлай ҡабул ителә.

Ҡала урамдарын, парктарҙы, йылға-күл буйҙарын санитар таҙартыу өмәләре 4 апрелдә башланды. Баш ҡалала шәмбе өмәләре 14 майға тиклем дауам итә. Баш ҡала хакимиәте өфөлөләрҙе был изге эштә әүҙемлек күрһәтергә саҡыра.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ