Башҡортостандан мобилизацияланған яугирҙар ял иткәндән һуң йәнә махсус хәрби операцияға юлланды

Уларҙы оҙатырға туғандары, яҡындары килгән. Хис-тойғоларҙың тулышыуынан ике аҙналыҡ ялдың һалдат өсөн ни тиклем аҙ икәнәлегенә инанаһың. Әммә нисек кенә булмаһын айырылышыу минуттары аяуһыҙ. Улар үткән һайын хушлашыусыларҙың ҡосаҡтары нығыраҡ ҡыҫыла, күҙҙәргә йәштәр эркелә. Шуға күрә хәрбиҙәр был аҙна-ун көндө мөмкин тиклем файҙалы уҙғарырға тырышҡан.

Хәрби операцияға яугирҙар тыныс күңел менән китә. Өйҙә ҡалған ғаиләләре, яҡындары өсөн борсолаһы түгел. Төбәктә һалдаттарҙы һәм уларҙың туғандарын ҡурсалау буйынса эш яҡшы ойошторолған. Республика етәкселеге хәрби бурысын үтәүгә юлланыусылар менән был бәйлнештәрҙе нығытыу буйынса фекер алышты.

Тәү сиратта беҙҙең яуаплылыҡ тураһында һүҙ барҙы. Егеттәргә гуманитар ылауҙар ойоштороуҙы камиллаштырыу, ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртыу кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Әлбиттә, хәл ителергә тейешле проблемалар бар һәм уларҙы беҙ бергә еңеп сығасаҡбыҙ.

Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ