2023 йыл программаһы буйынса Башҡортостанда «Мәктәп туризмы» проектына старт бирелде

Уҡыусылар сәйәхәтен ойоштороу өсөн федераль үҙәктән 189 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Был суммаға өҫтәп тағы ла республика ҡаҙнаһынан 76 миллион һум ҡаралған.

Мәктәп туризмын үҫтереү буйынса программаның төп маҡсаты - ҙур булмаған сәйәхәттәр аша уҡыусыларҙы тыуған яҡ тарихы менән таныштырыу. Тәүге булып проектта Стәрлетамаҡ районы мәктәптәре ҡатнаша. 5-9 класс уҡыусылары өсөн Өфөгә ике көнлөк тур ойошторолған. Туристик фирмаларҙың береһе йәш быуын өсөн бай программа әҙерләгән. Улар баш ҡаланың төрлө иҫтәлекле һәм матур урындарын ҡарай, тарих менән таныша, кафе-ресторандарҙа туҡлана, уңайлы отелдә йәшәй. 45 баланы Өфөгә килтереү өсөн махсус автобус бүленгән.

«Мәктәп туризмы» программаһы былтыр старт алғайны. Пилот проектта ҡатнашыу өсөн 18 субъект, шул иҫәптән Башҡортостан һайлап алынды. Был программа ярҙамында былтыр республикала 11 меңдән ашыу уҡыусы өсөн турҙар ойошторолған. Быйыл программаға өс тапҡырға күберәк бала йәлеп ителәсәк. Улар өсөн яңы ҡыҙыҡлы маршруттар һәм экскурсиялар әҙерләнгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ