Бөгөн - Халыҡ-ара лаборатория диагностикаһы белгесе көнө

Улаҙың хеҙмәте күҙгә күренмәй, ләкин лаборанттар эше медицина өлкәһендә мөһим звеноларҙың береһе. Йылдан-йыл республикала лабораториялар тәьминәте заманса төҫ ала, белгестәр хеҙмәте ярайһы уҡ ябайлаштырыла, шул уҡ ваҡыта тикшеренеүҙәр сифаты күпкә арта. Кеше сәләмәтлеге һәм ғүмере һағындағылар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина.

Тикшерелер алдынан, быялағы өлгөләр махсус буяуҙарға буяла. Пап-тест, йәки Папаниколау буяҙарын файҙаланыу яман шеште йәки яман шешкә тиклемге күҙәнәктәрҙең үҙгәрешен иртә стадияларҙа асыҡларға мөмкинлек бирә. Ысул күберәк гинекологияла файҙаланыла. Иртә стадияларҙа билдәләнгән сир йыш ҡына уңышлы дауалана. Шул сәбәпле, ҡатын-ҡыҙҙарға даими рәүештә тикшерелеп торорға кәрәк, ти цитолог Гөлсинә Ғниәтуллина.

Гөлсинә Ғниәтуллина цитология тикшеренеүҙәренә 20 йыл ғүмерен арнаған. Әйткәндәй, был йүнәлештә эшләүсе белгестәр һирәк. Һөнәр ҡатмарлы булһа ла, бик ҡыҙыҡлы, ти Гөлсинә Әҙип ҡыҙы. Ә инде яуаплылыҡ - тәү сиратта. Был эштә ашығырға ярамай. Сөнки лаборант эше һөҙөмтәһенән кеше ғүмере тора.

Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика үҙәге төбәктә алдынғы һанала. Бында Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан иң ҡатмарлы анализдар ағыла. 100-гә яҡын белгес эшләй. Көнөнә 10 меңдән ашыу тест үткәрелә. Был заманса техника ярҙамында мөмкин булған.

Лабораторияла һәр өлгөгә пациенттың шәхси штрих-коды йәбештерелгән, тимәк, пробалар буталмай, кеше факторына бәйле хаталар алдан кисектерелә.

Диагностика бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ эшенә тоғро. Бында 50, 60 йыл ғүмерен был эшкә арнаған белгестәр бар. Лабораторияла осраҡлы кешеләр юҡ. Белгестәр үҙҙәре әйтеүенсә, бер килеп эләкһәң, кеше ғүмере һағынан китеүгә намыҫ ҡушмай.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ