Бөгөн Милли музейҙа Башҡортостан археологтары төбәк йәмғиәте тарафынан күсмә күргәҙмә эш башланы. Ойошма ағзалары ғалимға бәйле яҡты хәтирәләр, алға билдәләнгән пландары менән уртаҡлашты.
Нияз Абдулхаҡ улы Башҡортостан археологияһын тотош донъяға сығарған фән эшмәкәре. Ул үҙ ғүмерендә 400-гә яҡын тарихи объект табыуға өлгәшкән. Уның нигеҙендә 300 самаһы фәнни материалдар донъя күрә. Бөгөн Нияз Мәжитов ҡалдырған алтын мираҫ уҡыусылары тарафынан да өйрәнелә.
Башҡортостан археологтарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы киләсәктә юғары уҡыу йортонда архелогия кафедраһын ҡайтанан тергеҙеү мәсьәләһен күтәрә. Быны белгестәр тарихи объекттарҙы өйрәнер йәштәр талап ителеүенә бәйләй.






