Конкурсҡа 50-нән ашыу төбәктән 200 проект тәҡдим ителгән. «Тирмә» һанлы платформаһы менән Башҡортостан «Торлаҡ» номинацияһында сығыш яһаны. Был проект республика халҡына торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы күп мәсьәләләрҙе онлайн ысул менән хәл итеү мөмкинлеген бирә.
Финалда яҡташтарабыҙҙан тыш, Хакас республикаһы, Мәскәү, Красноярск һәм Волгоград өлкәһе проекттары ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Абруйлы баһалама ағзалары «Башҡортостандың социаль карталары регистры» программаһын икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Юрта» күп функциялы шәхси кабинет киң сервистар йыйылмаһын бер урынға туплаған. Улар араһында - электрон квитанциялар, коммуналь хеҙмәттәр, мәктәп туҡланыуы, транспорт карталарын тулыландырыу, дөйөм йорт йыйылыштарын электрон төрҙә үткәреү һәм башҡалар. Системала 300 меңдән ашыу ҡулланыусы теркәлгән. Был системаға күп фатирлы йорттарҙың 80 проценты һәм республиканың 287 идара итеүсе компанияһы йәлеп ителгән.






