Республика кардиология үҙәге белгестәре йөрәк аневризмы менән яфаланған ирҙең ғүмерен ҡотҡарған

Операция ярҙамында пациенттың иң төп органдарының береһе тулыһынса тиерлек тергеҙелгән. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

37 йәшлек ир пациент бүлмәһенә килеп эләгерен уйлап та бирмәгәндер. Быға тиклем йөрәге сәғәт һымаҡ эшләгән уҙаман сәләмәт тормош рәүеше алып бара, насар ғәҙәттәре булмай. Ҡотҡарыусы булып эшкә урынлашырға теләп, медицина тикшеренеүе үткән саҡта йөрәгендә аневризма булыуы асыҡлана. Бәләкәй генә лә түгел, ә 12 сантиметр. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ҙурлыҡтағы патология менән ирҙең тере ҡалыуы мөғжизәгә тиң.

Сәбәбе артыҡ күп эшләүгә бәйле булырға мөмкин. Быға тиклем механизатор, водитель булдым. Стресс та күп булғандыр инде. Ҡотҡарыусы булырға теләй инем. Өфөгә килеп анализ биреү менән ашығыс операцияға оҙаттылар.

Юрий Михайлов, пациент

6 сәғәттән ашыу кардиология үҙәге белгестәре ирҙең ғүмере өсөн көрәшә. Аневризма йөрәктең күп өлөшөн зарарлап өлгөрә. Табиптар органды тулыһынса тиерлек тергеҙә. Аневризма алып ташлана, зарарланған йөрәк клапаны имплантҡа алмаштырыла.

Был операцияның һуңғы этабы - йөрәккә клапан ҡуйылған, табиптар пациенттың күкрәк ситлеген тегә. Әмәлиәттән һуң, пациент реанимацияға оҙатыла. Яҡынса 2-3 көн ул белгестәр ҡарауы аҫтында буласаҡ.

Белгестәр әйтеүенсә, аневризма менән яфаланыусылар йылдан-йыл арта. Республика кардиология үҙәге табиптарына аҙна һайын тиерлек ошондай әмәлиәттәр үткәрергә тура килә. Операция өҫтәленә өлкән йәштәгеләр генә түгел, йәштәр ҙә килеп эләгә.

Аневризма ныҡ ҙур ине. Пациент өсөн бынан һуң препараттар эсеү, махсус тормош рәүеше менән йәшәү ҡаралған. Сикләүҙәр күп. Ярты йыл тигәндә, йөрәк үҙ эш режимына инергә тейеш. Күкрәк аортаһы аневризмаһы менән яфаланаусылар артыу сәбәпле, проблема бөтә медицина хеҙмәткәрҙенең дә иғтибарын талап итә. Пациенттар иң тәү сиратта уяу булырға тейеш.

Рәмил Ишбулдин, Республика кардиология үҙәгенең бүлек етәксеһе, медицина фәндәре докторы

Йөрәк аортаһы аневризмаһы менән яфаланалыусылар исемлегенә инмәҫ өсөн, пациенттарға бер нисә талапты үтәү зарур. Артериаль ҡан баҫымын даими рәүештә үлсәү, күкрәк ауыртыуын инҡар итмәү, файҙалы туҡланыу, сәләмәт тормош алып барыу мөһим. Ә инде геройыбыҙ Юрий оҙаҡламай дауахананан сығарыласаҡ. Ҡотҡарыусы булыу теләге тормошҡа ашмаһа ла, уның ғүмерен ҡотҡарған табиптарға ул рәхмәтле.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ