Мәғариф учреждениеһы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән, унда 825 бала белем аласаҡ. 13 мең ярым квадрат метрлыҡ объект ауылда эшләп килгән берҙән-бер лицейҙы бушатыу мөмкинлеге бирә, әле һуңғыһында меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә. Ауылдың яңы микрорайонында сафҡа индерелгән мәктәптә уҡыу процессы нисек ойоштороласаҡ? БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ҡыҙыҡһынды.
Булгаков ауылында, әйтерһең дә, Белем көнө тантана итә. Беренселәр тәүгеләрҙән булып яңы сафҡа индерелгән мәктәпкә ҡабул ителде. Рәсми вәкилдәр педагогик коллективҡа һәм уҡыусыларға ҡотлау һүҙҙәрен еткергәндән һуң төҙөүселәр бина асҡысы тапшырҙы. Артабан ҡунаҡтар үҫеш нөктәһенә әйләнәсәк белем усағына экскурсияға саҡырылды.
Мәктәп 13 мобиль белем биреү комплексы менән йыһазландырылған. Уларҙың һәр ҡайһыһында егерменән ашыу ноутбук. Заманса ҡоролмаларҙы кабинеттан кабинетҡа күсереп йөрөтөргә мөмкин. Йәғни, балалар өсөн уҡыу процессы күпкә яҡшыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк барасаҡ.
Әлегә балалар тауышы бинаның беренсе ҡатында ғына яңғырай. Башланғыс синыф уҡытыусылары билдәләүенсә, эшләү өсөн бында уңайлы шарттар тыуҙырылған. Уҡыу бүлмәләре мебель, китап-әсбаптар менән тулыһынса тәьмин ителгән.
Интерактив уҡытыу алымдарынан алып өҫтәмә белем биреүгә тиклем - Булгаков ауылындағы мәктәп һуңғы федераль мәғариф стандарттары буйынса файҙаланыуға тапшырылған. Белем усағының 825 урынлыҡ булыуын иҫәпкә алғанда, төҙөлөшкә киткән аҡсанан тыш йыһазландырыу кимәле һәр балаға яҡынса 198 мең һум тип баһалана.
Химия, биология, физика кабинеттары махсус йыһазландырылған, лаборатор тикшеренеүҙәр ойоштороуға мөмкинлектәр артҡан. Иркен ашхана, спорт һәм тамаша залдары, телестудия, хеҙмәт дәрестәре өсөн оҫтаханалар - өс ҡатлы бинала балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, һәләттәрен асыу өсөн барлыҡ шарттар бар. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә ентекле өйрәнәсәк.Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, республикала белем биреү системаһын нығытыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Яңы төҙөлөш майҙансыҡтары ла билдәләнгән.
Булгаков ауылындағы мәғариф учреждениеһы өс йылда төҙөлөп, сафҡа индерелде. Ул тиҙ үҫешкән яңы микрорайон биләмәһендә урынлашҡан. Мәктәптә күрше ауылдарҙан да балалар белем аласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина



