Бөгөндән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителә

Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Сикләүҙәр 17 апрелдән 15 майға тиклем ғәмәлдә ҡала. Был осорҙа ут менән һаҡ менән мөғәләмә итергә ҡушыла. Кәңәшмәлә шулай уҡ экологик өмәләр, ауыл хужалығы кооперативтарның эш һөҙөмтәһе хаҡында ла һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Яҙ ауыл эшсәндәре өсөн дә, ҡала халҡына ла иң ҡыҙыу миҙгел. Баҫыу эштәре, баҡса мәшәҡәттәре, экологик өмәләр башланған мәл. Быйыл көн иртә йылыныу сәбәпле республика халҡы барлыҡ эштәргә лә алдараҡ тотонған. Уҙған аҙнала бөтә төбәктәрҙә лә биләмәне таҙартыу буйынса өмәләр ойошторолған. Әлбиттә, әле урам-ихаталар тулыһынса тәртипкә килтерелгән тип әйтеп булмай, экологик акция дауам итә. Йыйылған сүп-сарҙы сығарыу менән бәйле һорауҙар ҙа бар.

Оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы кооперативтарының эшмәкәрлеге лә ҡаралды. Ҙур булмаған крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының берлектә эшләүе ғәҙәти күренеш, был эшкәртеүҙе көйләргә, республика программаһында ҡатнашып ҡоролмалар алырға ярҙам итә. Былтыр кооперативтар 43 мең тоннанан ашыу һөт, 3 мең тоннаға яҡын ит эшкәрткән, әҙер продукцияны йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары ҙур теләк менән ала.

Көндәр йылыныу менән урман янғындары ла теркәлә башлай. Янғын һүндереү, ҡотҡарыу хеҙмәттәре хәүефле осорға алдан уҡ әҙерләнгән. Ике меңдән ашыу ирекмән, техника үтә алмаҫлыҡ урындарҙа ут һүндереү өсөн һауа транспорты янғын менән көрәшкә әҙер. Вертолет багына 17 секунд эсендә генә 5 кубометр һыу тултырып була. Урмандар торошон видеокүҙәтеү системаһы даими теркәп тора.

Белгестәр ныҡлы әҙерлек яуаплы миҙгелде юғалтыуһыҙ үткәрергә ярҙам итер тип ышана. Быйыл янғын һүндереүселәр транспорт паркының тағы ла 4 автомобиль менән тулыланыуын көтә.

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы режим иғлан ителә. Уға ярашлы тәбиғәт ҡосағында, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә, полигондарҙа ут яғыу тыйыла. Халыҡҡа урманға инеү сикләнә. Был тыйыуҙар 15 майға тиклем дауам итә. Янғынға ҡаршы режимды боҙған өсөн граждандарға 10-дан 20, вазифа биләгән кешеләргә 30-ҙан 60, юридик шәхестәргә 400-ҙән 800 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ