Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, был сара 20 мең самаһы оло быуын вәкиле өсөн республика буйлап сәйәхәт ойоштороу мөмкинлеген бирә.
Программа буйынса 55 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60-ты уҙған ирҙәр республика буйлап бер көнлөк сәфәргә сыға, тыуған төйәгебеҙҙең хозур тәбиғәте, иҫтәлекле урындары менән таныша ала.
Быйыл вәғәҙә ителгәнсә, программала яңы форсат булдырылды. Проект буйынса Беларусь Республикаһына сәфәр ҡылырға мөмкин, - тип дауам итә Радий Хәбиров яҙмаһында.
8 көнгә иҫәпләнгән тур Өфө - Минск - Өфө маршруты буйынса самолет билеттары, туҡланыу, экскурсия программаһын үҙ эсенә ала. Был сәфәрҙәр түләүле, әммә республика уның бер өлөшөн кире ҡайтара. Һәр сәйәхәтсегә 15 мең һум бүлеү ҡарала. Барлығы бюджетҡа 19 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Әлегә программаға ихтыяж ниндәй булырын ҡарайбыҙ,- тигән Башҡортостан башлығы социаль селтәр сәхифәләрендәге яҙмаһында




