Хәрбиҙәрҙе баш ҡаланың Совет майҙанында яҡындары, туғандары, Хөкүмәт вәкилдәре тантаналы шарттарҙа ҡаршы алды. Яугирҙарҙы Республика башлығы исеменән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне.
Яҡындары менән күрешеү алдынан хәрбиҙәр күркәм йола буйынса Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алды. Ике аҙна ял иткәндән һуң ир-егеттәр йәнә хәрби хеҙмәткә юлланасаҡ






