Тура рейс менән Белоруссия, Израиль, Иран, Үзбәкстан һәм Ҡытайға. Быйыл «Өфө» аэропортында яңы маршруттар асыу планлаштырылған. Рәсәй буйынса Владикавказ, Мурманск, Томск һәм Кемеров ҡалаларына һауа юлын асыу ҡаралған.
Был турала Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет ултырышында билдәләнде. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов билдәләүенсә, республикала йәмәғәт транспортын яңыртыу эше әүҙем бара. 2019-2022 йылдарҙа меңдән ашыу бәләкәй, урта һәм ҙур класслы автобус һатып алынған.






