Башҡортостан парламенты генерал Шайморатов миҙалын булдырырға тәҡдим итә. Закон проекты менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов таныштыра.
Башҡортостан Башлығы указы менән 2019 йылда генерал Шайморатов ордены булдырылды. Беренсе награда легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре Мөғин Нагаев һәм Ғабдулхай Зариповҡа тапшырылды.







