Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, биш йылда уларҙың һаны 4 тапҡыр күбәйгән. “Кооперативтар ит, һөт, бал, сәй етештерә. Йәшелсә, иген һәм майлы культуралар үҫтерә. Яңы эш урындары булдыра”, тине министр.
Ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү маҡсатында федераль гранттар, сығымдарҙы ҡайтарыуға субсидиялар ҡаралған. Быйыл картуф һәм йәшелсә үҫтергән үҙмәшғүлдәргә яңы дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ирешелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа, кооперативтарҙы арттырыу маҡсатында урындарҙа эш алып барырға ҡушты.
Башҡортостанда 400-ҙән ашыу кооператив иҫәпләнә. Андрей Назаров әйтеүенсә, был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында тора. Берләшмәләп ауыл хужалығы продукцияһының 36 процентын етештерә.




