Ураҙа ғәйетендә Өфөнөң 24 мәсетендә байрам намаҙы була

21 апрелдә мосолмандар Рамаҙан байрамын билдәләй. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала байрам иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Халыҡ күпләп йыйылған урында полиция һағы ойошторола, медицина белгестәре дежур итә. 21 апрелдә Туҡай урамының Цюрупа урамынан алып Зәйнулла Рәсүлев урамына тиклемге өлөшө ябыла. Ләлә мәсете янында Комаров урамында транспорт хәрәкәте туҡтатыла. Сикләүҙәр иртәнге сәғәт алтынан 15 сәғәткә тиклем ғәмәлдә була.

Фото №1 - Ураҙа ғәйетендә Өфөнөң 24 мәсетендә байрам намаҙы була
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ