Ул төҙөкләндерелеүсе объекттарҙа булды. Урындағы ЗАГС бинаһын яңыртыуға 25 миллион 600 мең һум бүленгән. Ремонт быйыл тамамланырға тейеш. Андрей Назаров шулай уҡ Күмертау үҙәгендә йәмәғәт биләмәһен ҡараны. Бында ла төҙөкләндереү эштәре бара. Объект быйыл августа файҙаланыуға тапшырыла. Премьер-министр Ленин урамы янында ла төҙөкләндереү барышы менән танышты.







