Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Ул бөгөн Күмертауҙа махсус хәрби операция штабында булды. Бында хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам туплана, шулай уҡ консультация бирелә. - Балалар һәм йәштәр геройҙар, Ватанды һаҡлаусыларҙан өлгө алып үҫә. Власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары менән был өлкәлә ҙур эштәр башҡарырға кәрәк, - тине Андрей Назаров.







