Георгий Панин тағы бер йылға Өфөлә ҡала. Уҙған даими беренселектә ул 60-тан ашыу уйын уҙғарған, 12 мәрәй йыйған. Хоккейсыға 38 йәш. 2017 йылдан юлаевсылар составында уйнай. Ә Александр Кадейкин киләһе миҙгелдә “Салауат Юлаев” өсөн сығыш яһамаясаҡ. Хоккейсы Санкт-Петербургтың СКА клубына күсә. Виктор Антипин да Өфөлә ҡалмай. Команда уның менән яңы контракт төҙөргә йыйынмай, тип хәбәр итә “Спорт-Экспресс”.




