Былтыр ундайҙар 1 миллион ярымға аҙайған. FinExpertizа компанияһы докладында ошо турала әйтелә. 2022 йылда Рәсәйҙә 23 миллион кеше йәки 15 йәштән өлкәндәрҙең 19 проценты яман ғәҙәткә эйә булған. Тәмәке көйрәтеүселәр иң күп йәшәгән төбәктәр исемлегенә Алтай республикаһы, Сахалин һәм Магадан өлкәләре индерелгән. Башҡортостанда көйрәтеүселәр 21 процентҡа күбәйгән. Чечняла һәм Дағстанда ундайҙар аҙ иҫәпләнә.







