Һайлап алыу пунктында Ватанды һаҡларға әҙерлеген белдергән төрлө йәштәге ир-егеттәр медицина тикшереүе үтеп, контракт төҙөй башланы. Килешеүгә ярашлы, яугирҙарға айына 204 мең һум хеҙмәт хаҡы, социаль льготалар, ташламалы ипотека һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған. Контракт бер йылдан ашыу ваҡытҡа төҙөлгән осраҡта һалдаттарға бер тапҡыр 195 мең һумлыҡ түләү ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Республика комиссариатында иртә менән сират күҙәтелә - контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр төрлө район-ҡалаларҙан йыйылып документтарын тапшыра. Ир-егеттәрҙең хәрби тәжрибәһе, йәше, милләте төрлө булһа ла, уларҙың ниәт-теләктәре уртаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, неонацистарға ҡаршы көрәш алып барыу.
Үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юлланған ир-егеттәр Башҡортостанда ойошторолған ирекле батальондар составына инергә теләй. Улар араһында хәрби тәжрибәһе булған, ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән граждандар байтаҡ. Бығаса армияла хеҙмәт итмәгән егеттәр махсус уҡыуҙар үтеп, тулыһынса әҙер булғас ҡына батальондар исемлегенә индерелә.
Килешеүгә ярашлы яугирҙарға айына 204 мең һум хеҙмәт хаҡы, социаль льготалар, ташламалы ипотека һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған. Контракт бер йылдан ашыу ваҡытҡа төҙөлгән осраҡта һалдаттарға бер тапҡыр 195 мең һумлыҡ түләү ҡаралған.
Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса 73 мобиль пункт ойошторолған. Контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныусыларға төбәк ситуация үҙәгенә 122 һандарына шылтыратып белешмә алырға мөмкин.
Флорида Ким






