5 апрелдән 30-на тиклем Башҡортостанда йөк автомобилдәре өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде

Уға ярашлы ауыр транспортҡа республика юлдары буйлап йөрөү тыйыла. Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа автомобилдең ауырлығы 10, муниципаль-ара әһәмиәтендәге юлдарҙа 6 тоннанан артыҡ булырға тейеш түгел. Сикләүҙәр ҡыш миҙгеленән һуң юл ҡатламын һаҡлау өсөн индерелә.

Был осорҙа юлдарҙа «Росдормониторинг» рәсми сайтында рөхсәт алыусы йөк машиналары ғына хәрәкәт итә ала. Әле республикала йөк ауырлығы һәм автомобилдең ҙурлығын үлсәүсе 13 ҡоролма урынлаштырылған. Өс яңы комплекс көньяҡ райондарға ҡуйыласаҡ. Артыҡ тейәлгән йөк өсөн штрафтар юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола.

Юлдарҙа ваҡытлыса сикләүҙәр тураһында иҫкәртеүсе билдәләр ҡуйылды, ҡала урамдары буйлап ауырлыҡ контроленең күсмә пункттары эшләй. Ҡала буйлап хәрәкәт итеү өсөн махсус рөхсәт ҡағыҙы алыу мотлаҡ, бының өсөн интернет аша ғариза бирергә кәрәк.

Ғәфүр Ҡылысбаев, Өфө коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ