«Башҡортостанда бушлай хоҡуҡи ярҙам тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал

Яңы документҡа ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Был турала Дәүләт-Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының Октябрьский ҡалаһында үткән күсмә ултырышында билдәле булды. Унда 25 апрелдә уҙасаҡ пленар ултырыштың көн тәртибенә сығарыласаҡ мәсьәләләр ҡаралды. Бынан тыш, парламентарийҙар урындағы социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Урындағы халыҡтың күп йылдар көткән объекттарының береһе. Боҙ һарайы 2018 йыл аҙағында төҙөлә башлай һәм өс йылдан һуң сафҡа инергә тейеш була. Ләкин финанслауҙа ҡыйынлыҡтар сығып төҙөлөш ваҡыты оҙайтыла.

Ағымдағы йылда объектты төҙөп бөтөрөү өсөн ҡалған 300 миллион һумды бүлеү ҡаралған. Подрядсы ойошманыны билдәләү буйынса конкурс процедуралары үтте. Планға ярашлы Боҙ һарайы быйыл ҡулланыуға тапшырыласаҡ.)

Михаил Черкашнев, Октябрьский ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары

Боҙ һарайы хоккей, шорт-трек, фигуралы шыуыу ғына түгел, башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүселәрҙе ла үҙ эсенә һыйҙырасаҡ. Фитнес-зал, күрше бинала бассейн төҙөү планлаштырылған. Һуңғыһы Октябрьский өсөн үтә лә кәрәкле, тип иҫәпләй урындағы хакимиәт вәкилдәре. 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалала әле 1 бассейн эшләй, ул һәр ваҡыт саманан тыш халыҡты ҡабул итергә мәжбүр. Күп функциялы спорт комплексында буласаҡ боҙ аренаһы өсөн бетон ҡатнашмаһынан нигеҙ һалынған, бүлмәләрҙе биҙәү, кәрәкле ҡоролмаларҙы һатып алыу эше бара.

Торлаҡ төҙөлөшө - иҡтисади һәм ижтимағи үҫештең төп этәргесе. Шуға күрә был өлкә айырыуса иғтибар үҙәгендә. Октябрьскийҙың 33-сө микрорайоны ҡала төҙөлөшөндә уңышлы ойошҡанлыҡ миҫалы булып һанала. Бында алданған өлөшсөләрҙең проблемаһы тулыһынса хәл ителгән, әле 640 урынға иҫпләнгән мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы проекты раҫлана. Профилле комитеттарға ҡарап депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп эшләне, улар 30-лаған объекттың эшмәкәрлеге менән танышты.

Күсмә ултырыш сиктәрендә Дәүләт Йәйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев урындағы Ирекле батальондар ойоштороу штабы эшмәкәрлеге менән танышты. Ул Октябрьскийҙың «Милли мәҙәниәт үҙәгендә» урынлашҡан. Бында контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр мөрәжәт итә ала. Республика парламентының Президиумы ултырыштарын күсмә форматта ойоштороу төбәктә булған проблемалар менән яҡындан танышыуға йүнәлтелгән. Октябрьский халҡы өсөн граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарылды.

Барлыҡ йыйылған мәғлүмәт мотлаҡ рәүештә ентекле өйрәнеләсәк, асыҡланған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары барланасаҡ, тип билдәләй депутаттар. Президиумдың күсмә ултырышында Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев ҡаланың социаль-иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ парламент рәйесе Константин Толкачев күп йылдар мәғариф өлкәһендә, сәнәғәт предприятиелары һәм төрлө учреждениеларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ