Бөгөн Дәүләкән районы Алға ауылы эргәһендә янғын теркәлгән

«Асылыкүл» тәбиғәт биләмәһендә бөгөн йәнә ҡыҙыл әтәс ҡоторҙо. Был юлы ғәҙәттән тыш хәл, Дәүләкән районы Алға ауылы эргәһендә теркәлде. Ваҡытында күрелгән саралар һөҙөмтәһендә янғын ҡамышлыҡтарға барып етмәй һүндерелде. Әйткәндәй, апрель аҙағынан Асылыкүлдә ҡәтғи ҡағиҙәләр индереү ҡаралған. Уны боҙоусылар енәйәт эшенә тарттырыласаҡ. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Асылыкүл» тәбиғәт паркы инспекторҙары тәүлек әйләнәһенә тиерлек дежурҙа ҡала. Улар республиканың иң ҙур күленең биләмәһен генә түгел, торошон да контролдә тота. Шуға ла хеҙмәткәрҙәргә йыш ҡына браконьерҙарға ҡаршы көрәшкә сығырға тура килә. Ә улар быуа быуырлыҡ. Йыл башынан ғына һыу ятҡылығынан ике саҡрымдай оҙонлоҡта ау сығарылған.

Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән, ҡоштар йомортҡа һалған осорҙа Асылыкүлдә тағы ла ҡәтғиерәк саралар күрелә. Һыуға кәмәләрҙә сығыу бөтөнләй тыйыла.

Салауат Авзалов 2017 йылдан тәбиғәт паркы биләмәһендә эшләй. Ошо ваҡыт эсендә законһыҙ балыҡ аулаусыларҙы күпләп тоторға тура килгән. Күп тапҡырҙар енәйәт эштәре ҡуҙғатылыуға ҡарамаҫтан, браконьерҙар кәмемәй.

Инспекторҙар Асылыкүлгә рейдҡа сыҡҡан арала тәбиғәт паркы биләмәһендә ут сығыу тураһында хәбәр килде. Хеҙмәткәрҙәр шунда уҡ ранец менән ҡоралланып ғәҙәттән тыш хәл урынына юлланды. Алға ауылы халҡы һәм инспекторҙар көсө менән ут таралыуға юл ҡуйылманы. Әйткәндәй, парк биләмәһендә был айҙа ғына дүртенсе тапҡыр янғын теркәлде.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ