Башҡортостанда ауыр йөк машиналарына хәрәкәт итеү ваҡытлыса тыйылды

30 апрелгә тиклем махсус тәртип ғәмәлдә. Яҙғы өҙәрем ваҡытында асфальт ҡатламы һәм юл торошон һаҡлап ҡалыу өсөн ауыр йөк машиналарына йөрөргә ярамай. Хәрәкәт өсөн рөхсәт алырға кәрәк. Талапты боҙған автомобиль хужаларына ҙур штраф һалына. Аҡса Республика юл фондына йүнәлтелә. Аҙаҡ ул ремонт өсөн тотонола, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Фото №1 - Башҡортостанда ауыр йөк машиналарына хәрәкәт итеү ваҡытлыса тыйылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ