Башҡортостан Башлығы янындағы комиссия ултырышында ошо турала белдерелде. Республика ветерандары советы тәҡдименә ярашлы Рәсәй Геройҙары - Алмаз Сафин, Максим Серафимов, Тамерлан Илһамов һәм Игорь Нәсибуллин исемдәре яңы гранит стелаға яҙыла. Был эште 1 майға тамамлау көтөлә. Шулай уҡ комиссия ҡарары менән археолог Нияз Мәжитовтың исеме мәңгеләштерелә. Өфөлә Революция урамында йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ беркетелә. Исемле таҡтаташтар билдәле диктор Әхәт Мортазин, музыкант Роберт Заһретдинов, сәнғәт эшмәкәре Михаил Рабинович йәшәгән йорттарҙа ла урынлаштырыла.







