Дүртөйлө районында үләнгә тоҡанған утты һүндергән ҡатын зыян күргән

Янғын уларҙың өйөнән алыҫ түгел, баҡса артындағы ҡоро үләндә сыҡҡан. Утты үҙ көсө менән һүндереп маташҡан ханымдың тәне 85 процент бешеү алған. Ул Дүртөйлө район дауаханаһына һалынған.

Бөрө районындағы шәхси йортта ике ирҙең кәүҙәһе табылған. Уларҙың береһе 1957, икенсеһе 1988 йылғы. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, өйҙөң иҙәне һәм йыһаздары янған. янғын һүндереү хеҙмәте саҡырылмаған. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив тәфтиш төркөмө эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ