Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡалаға эш сәфәре барышында белдерҙе.
Күмертау йылдам үҫеш биләмәһенә ингән ҡалаларҙың береһе. Әле урында 35 резидент тарафынан 12 миллиард һумдан ашыуға иҫәпләнгән инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Бөтәһе 2 мең эш урыны асылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта элек төҙөлгән социаль объекттарҙы реконструкциялана. Мәҫәлән, тау колледжында капиталь ремон эшләнә, ошо маҡсатта 60 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Андрей Назаров «Шахтер» стадионында ла булды, һуңғы йылдарҙа спорт объектын төҙөкләндереү башланған. Хөкүмәт Премьер-министры төҙөлөш-монтаж эштәрен ике йыл эсендә тамамларға ҡушты. Кумертауҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам штабы ла эшләй. Хөкүмәт етәксеһе бер ғаилә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш тип белдерҙе.
Эш сәфәре сиктәрендә ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә лә үтте. Сарала һүҙ көнүҙәк проблемалар хаҡында барҙы. Андрей Назаров билдәләүенсә, үткән кәңәшмәлә ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырылған. Әммә ҡатмарлы проблемалар ҙа бар, уларҙы дөйөм көс менән хәл итеү мотлаҡ.



