Быйыл 1 сентябрҙән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия арта. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Стипендия йыл һайын ВУЗда белем алыусы биш кешегә һәм 20 колледж студентына тәғәйенләнә. Әлегә тиклем уның суммаһы юғары белем алыусыларға 1 мең 200, урта һөнәргә уҡыусыларға 600 һум булды.







