Көйәргәҙе районы баҫыуҙарында Башҡортостанда йыйылған трактор эшләй

Был техника күптән түгел Өфөләге Белорусия - Рәсәй производство конвейерында йыйылған. Бында Мозырь машиналар төҙөү заводы базаһында «Фермер» гусеницалы тракторҙар сығарыла. Баҫыу эштәрендә техника үҙен нисек күрһәтеүе хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Кабинаһында Башҡортостан флагы төшөрөлгән гусеницалы трактор бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ йылдам ғына баҫыуҙарҙы иңләй. Тиҙлеге лә шәп. Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативына аҙна элек кенә ҡайтарылған яңы техника һынауҙы уңышлы үткән.

Ауыл хужалығы техникаһы автопилот менән йыһазландырылған. Был механизаторҙарҙың эшен күпкә еңеләйтә, өҫтәмә камера ярҙамында артҡы күренеште күҙәтергә мөмкин.

Хужалыҡҡа «Фермер» кеүек тағы ла бер трактор һатып алынасаҡ. Универсаль техника яғыулыҡ-майлау материалын экономиялау мөмкинлеген бирер тип күҙаллана.

Рәсәй һәм Белорусия менән берлектә етештерелгән «Фермер» гусеницалы трактор 212 ат көсөнә эйә. Заманса техника ярҙамында 4-5 төрлө эш башҡарырға мөмкин. Әлеге ваҡытта был трактор ярҙамында баҫыуҙа дым ҡаплана. Гусеницалар ярҙамында хәрәкәтләнгәс, ер баҫылмай һәм ҡатмай.

Баҫыуҙарҙа эштең иң ҡыҙған мәле. Хужалыҡта ужым арышы сәселгән баҫыуҙар «Томан» комплексы ярҙамында аммиак селитраһы менән ашлана.Яҙғы баҫыу эштәренә һауа торошо ғына бер аҙ ҡамасаулаған. Апрель уртаһында яуған ҡар 4 көнгә эште тотҡарлаған, әммә ужым арышына зыян килмәгән. Үҫентеләрҙең тамырҙары ныҡлап бер-нисә тамыр ебәргән,.әлеге ваҡытта әүҙем үҫеш фазаһында, ти белгестәр. Был баҫыуҙарҙан былтырғы кеүек гектарынан 44 центнерҙан да түбән булмаған уңышҡа иҫәп тоталар.

Хужалыҡта баҫыуҙар 15 мең ярым гектарҙы биләй, иген, ҡуҙаҡлы һәм техник культуралар ҙа сәсеү күҙаллана. Бынан тыш, эре мөгөҙлө малдар рационын туҡлыҡлы аҙыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Февралдә 160 симменталь ит-һөт тоҡомлы һыйырҙар ҡайтарылған. Малдар карантинды уңышлы үткән. Хужалыҡ киләсәккә үҫеш стратегияһын да раҫлаған.

Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙренсә, республикала яҙғы баҫыу эштәренең 80 проценты тамамланған. Күпселек райондар сәсеүгә тотонған. Ярауайҙар быйыл 2 миллион гектар майҙанды биләр тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ