Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән баҫманың бөгөн исем туйы үтте

Ул башҡорт халҡының Ырымбур өлкәһендәге тарихи-мәҙәни ҡомартҡыһына бәйле архив документттарҙы бәйән итә. Бинаның кемдәр тарафынан төҙөлөүе, иғәнә индереүселәрҙең һәммәһе лә төп нөсхәләрҙә бирелгән. Шулай уҡ Ҡарауанһарай тураһындағы фәнни эҙләнеүҙәр ҙә, бығаса баҫтырылмаған ғилми эштәр ҙә урын алған.

Башҡортостан ғалимдары, республика һәм Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте баш һүҙе менән ташҡа баҫтылған китап киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнгән һәм ул Рәсәй кимәлендә Ҡарауанһарайҙың башҡорт халҡының милли ҡомартҡы булыуын тағы бер дәлилләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ