Милли кейем нимә ул? Ни өсөн бөгөн Башҡортостанда милли кейем көнө билдәләнә?

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә был байрамдың әһәмиәте хаҡында фекерен белдерҙе. «Был бик мөһим эш тип иҫәпләйем. Иң элек, был беҙҙең үткәндәргә ҡағылыу. Ул ғына ла түгел, республикабыҙҙа йәшәгән күп һанлы халыҡтарҙың тарихын барлау» - тигән төбәк етәксеһе.

Өс йыл элек бер төркөм тарихсылар һәм модельерҙар башҡорт эш кейеме образын булдырырға тырышты. Әлбиттә, ул заманса ҡиәфәткә эйә, әммә унда ата-бабаларыбыҙ бер нисә быуат элек кейгән кейемдең элементтары сағыла. Күптәргә ул оҡшаны. Уны рәхәтләнеп кейәләр. Һәм һеҙҙең тоғро хеҙмәтсегеҙ ҙә», -тип яҙған Башҡортостан Башлығы. Пост аҫтына Радий Хәбиров Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин менән төшкән фотоһын ҡуйып, бөтәһен дә Ураҙа байрамы менән ҡотлаған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ