Йылдағыса ул өс кимәлдә: башҡортса иркен аралашыусы, телде башлап өйрәнеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар өсөн үткәрелде. Диктант тексы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында яңғыраны. Яҙма эшкә ҡушылып өлөгөрмәүселәр өсөн Өфөнөң «Арт-квадрат» майҙанында сәғәт өстә тағы ла бер майҙан эшләйәсәк. Бынан тыш, диктант яҙмаһы телеканалдың рәсми сайтында ла һаҡлана.
Лилиә Мәҡсүтова






