Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзалары яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итә

Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзалары мобилизацияланған ирҙең әсәһенә тупраҡ өйөмөн таратырға ярҙам иткән. Йәш гвардиясыларҙан ярҙам һорап яугирҙың апаһы мөрәжәғәт иткән.

Ирекмәндәр тиҙ арала баҡса участкаһында ер эштәрен тамамлап та ҡуйған. Егеттәргә ҙур рәхмәт, бер шылтыратыуҙан уҡ килеп еттеләр. Беҙ яңғыҙ түгел, беҙҙең өсөн борсолмағыҙ тип әйтке килә яугирҙарға, ти ханым.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ ирекмәндәр штабына ярҙам һорап 8 800 201 89 03 телефоны буйынса көн дә иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем шылтыратырға мөмкин.

Бик ярҙамсыл егеттәр. улар өсөн ғорурландым. Изгелектәренән күңел йомшарҙы. Беҙҙе яңғыҙ ҡалдырмауҙарына ҡыуандыҡ. Штабтың исем өсөн генә эшләмәүенә инандыҡ.

Светлана Ладыгина
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ