Өфөлә йылға навигацияһы һәм паром кисеүҙәре асылды

Үҙ йөрөшлө һигеҙ флот техникаһы ремонт пункттарынан кисеүҙәргә юлланды. Бөгөн улар урындарҙа әҙерлек эштәре уҙғара һәм иртәгәнән тәүге пассажирҙарҙы ҡабул итә башлай. Кисеүҙәр бер-бер артлы шәмбегә тиклем асыла. Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, паром хеҙмәте менән ғәҙәттә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә барыусылар файҙалана. Юл хаҡы өсөн «Алға» транспорт картаһы һәм социаль карта менән иҫәпләшергә мөмкин. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Һыу суднолары йола буйынса миҙгел асылыуын гудок биреп сәләмләне. Өфөнөң Затон биҫтәһендәге туҡталҡаһынан бер-бер артлы ҡуҙғалған транспорт баш ҡаланың һигеҙ майҙансығын хеҙмәтләндерәсәк. Был мөмкинлек менән башлыса баҡсасылар файҙалана. Былтыр мәҫәлән, паром кисеүҙәре 400 меңләп кешене хеҙмәтләндергән.

Миҙгел асылыуын хеҙмәткәрҙәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Суднолар ентекләп тикшерелгән, йәй эшләйәсәк экипаж да билдәләнгән. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек тәжрибәле. Улар араһында йылға пароходсылығына тиҫтәләрсә йыл ғүмер ғүмерен арнаусылар ҙа юҡ түгел.

Башҡортостан йылғалары быйыл боҙҙан ваҡытынан алда әрселде. Ошо уҡ ваҡыт менән сағыштырғанда метр-метр ярымға тиклем һыу кимәле түбәнерәк. Шуға ҡарамаҫтан, был төр транспорт сараһы иң отошлоһо һанала. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү йоманан башланһа, йөк суднолары май урталарынан эш башлаясаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ