Ураҙа байрамына «Йома» тапшырыуының 1400-се юбилей сығарылышы эфирҙа күрһәтелә

Мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләгәндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Йома» тапшырыуының 1400-се юбилей сығарылышы эфирҙа күрһәтелә.

Дини тапшырыу тәүге тапҡыр 1991 йылдың 14 ғинуарында телевизор ҡараусыларға тәҡдим ителгәйне. Шул ваҡыттан алып аҙна һайын тамашасыларҙы мосолман мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра.

Программаның геройҙары - Ислам динен тотоусылар, дин әһелдәре. Халыҡ ихтыяжынан сығып һәр телевизион миҙгелдә яңынан-яңы рубрикалар уйлап сығарыла. “Йома” тапшырыуының 32 йыллыҡ тарихына арналған махсус сығарылышты иртәгә беҙҙең телеканал эфирында ҡарай алаһығыҙ. Ул иртәнге сәғәт 10-да һәм киске сәғәт алтыла күрһәтелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ