Башҡорт киноһының аҡһаҡалы, республика кинопрокатына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Фәрит Ғәбитовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ул шәхес йәшәгән Коммунистик урамындағы 34 һанлы йортҡа беркетелде.
Фәрит Фәтих улы оҙаҡ йылдар төрлө ижади ойошмаларға етәкселек итә. Уның ярҙамында күләмле ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни саралар үткәрелә. Фәрит Ғәбитов «Пугачев», «Ай тотолған төндә» һәм «Алтын атлы һыбайлы» фильмдарының консультанты булып сығыш яһай. Республиканың кино музейын төҙөү, ғүмерҙәрен кино сәнғәтенә арнаған кешеләрҙең исемдәрен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерә. Мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Бөгөн Фәрит Ғәбитовты иҫә алырға уның хеҙмәттәштәре, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәрҙәре, туғандары йыйылды.



