Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә Сәнәғәт туризмы буйынса 2-се Бөтә Рәсәй акселераторында ҡатнашты

Сарала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сәнәғәт туризмы буйынса төбәк үҫеш стратегияһы менән сығыш яһаны.

Бөтә Рәсәй акселераторында 39 төбәктән 300-гә яҡын предприятие үҙ көсөн һынап ҡараған, әммә үҙ стратегияһын яҡлау хоҡуғын 19 төбәк кенә яулаған. Башҡортостан ошо исемлектә. Республика етәкселеге билдәләүенсә, Башҡортостандың быуаттар дауамындағы бай тарихы бар.

Ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеларының архитектураһы һәм ҡомартҡылары - уның айырылғыһыҙ өлөшө. Мәҫәлән, Уралдағы иң ҙур баҡыр иретеү заводтарының береһе Мәлүез районының Воскресенский ауылында урынлашҡан. Ул сәнәғәт туризмы объекттарының береһе, төрлө туристик программаларға индерелгән.

Республиканың сәнәғәт тармағы һәр ваҡыт иғтибарҙы йәлеп иткән. Башҡортостан металлы 19 быуатта уҡ Европала үҙ сауҙа маркаһы аҫтында һатылған һәм Санкт-Петербург һарайҙарын биҙәгән. Машиналар эшләү предприятиеларының да бай тарихы бар. Бөгөн улар барыһы ла сәнәғәт туризмын үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләй һәм туристик операторҙар был объекттарҙы программаларына индерә. 20 предприятие үҙаллы экскурсиялар ойоштора, тине Хөкүмәт Премьер-министры.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ