Башҡортостанда бөгөн – Милли кейем көнө

Башҡортостанда милли кейем көнө Радий Хәбиров указы менән йылына ике тапҡыр, апрелдә һәм сентябрҙә үтә. Боронғо менән киләсәкте тоташтырыусы көн сиктәрендә үткәрелгән саралар хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Милли кейем халыҡты миллләт булараҡ аса, таныта. Мәҙәни мираҫ өлгөләренә таянып тергеҙелгән костюмдар беҙҙең байрамдарға һәм тантаналарға йәм өҫтәй. Мөһим байрамға әүерелгән көндө Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия уҡыусылары ла көтөп ала. Малай-ҡыҙҙарға ла был көн Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың традицияларына, тарихына, мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итеү, яҡынайыу мөмкинлеге лә бирә.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә ойошторолған сараға 45 -се мәктәп уҡыусылары тотош кластары менән килгән. Үҫмерҙәр бөтә донъя сәхнәләрен йәмләгән мәҙәни ҡомартҡыларҙың аҫыл өлгөләре, милли костюмдар менән танышты. Батырхан Айытҡолов дуҫтары менән үҙенә оҡшаған костюмдарҙы хатта, кейеп тә ҡараны.

Башҡортостанды бөтә донъяға танытыусы артистар ҙа милли костюмдың халыҡтар йәшәйешендә тотҡан урынын, быуындар күсәгилешлегендә ролен юғары баһалай.

Милли костюмдар көнө сиктәрендә сауҙа үҙәктәренең береһендә ойошторолған сарала йәшел балаҫта Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейем өлгөләре күрһәтелде.Сараға һәр милләт вәкилдәре үҙҙәре өсөн иң ҡәҙерле булған кейемдәрҙе презентацияланы. Сығыштар дәртле бейеүҙәр һәм үҙенсәлекле көй-моңдар менән байытылды.

Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкилдәре ғүмер итә. Һәр милләт үҙенең нағыштарын, йөҙөн юғатлмай, быуындан-быуынға күсереп килә. Мәҙәниәттәр гөлләмәһенә әүерелгән байрам ысын мәғәнәһендә халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡ ептәрен нығытырға булышлыҡ итә

Милли костюм байрамында оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. Уларҙа ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙарҙан биҙәнеү әйберҙәре, күлдәктәр, баш кейемдәре селтәр тегеү серҙәрен өйрәнергә мөмкин ине. «Ағиҙел» халыҡ кәсептәре художестволы берекмәһе рәссамы Роза Юлдашбаева иһә тамбурлы сигеү ысулдарын көндәлек кейемдәргә күсереү оҫталығы менән бүлеште.

Милли костюм байрамын тамаша ҡылыусылар зауыҡ, күңел йылыһы,күҙ нурҙары һалып биҙәлгән кейемдәрҙе баһаланы. Осҡон сәсрәтеп бейеүселәр һәр кемдә киләһе байрамдарҙа ла милли костюмдар кейеп ҡатнашыу теләген уятты.

Башҡортостанда йәшәүсе һәр халыҡ өсөн милли кейем айырым ғорурлыҡ. Ул халыҡтың үҙенсәлектәрен, тарихын, тормошон сағылдыра. Йылдан -йыл кешеләрҙең үҙ кейемдәрендә милли нағыштарҙы күпләп ҡуллана башлауы һоҡландыра.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ