Мемориал ул йәшәгән Революция урамы 167 -се йортҡа беркетелде. Иҫкә алыу сараһына йыйылыусылар киләсәк быуынға ғалим тураһында яҡты хәтирәләр һөйләне, башҡарған эштәренең әһәмиәте хаҡында бәйән итте.
Нияз Абдулхаҡ улы Башҡортостан археологияһын тотош донъяға сығарған фән эшмәкәре. Ул үҙ ғүмерендә 400-гә яҡын тарихи объект табыуға өлгәшкән. Уның нигеҙендә 300 самаһы фәнни материалдар донъя күрә. Бөгөн Нияз Мәжитов ҡалдырған алтын мираҫ тотош ил кимәлендә юғары ҡиммәткә эйә.



