Ураҙа байрамы уңайынан бөгөн барлыҡ мәсет-мәхәлләләрҙә лә ғәйет намаҙҙары уҙҙы. Федераль һәм республика каналдары аша трансляцияланған төп сара Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә үтте. Байрам вәғәзен Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин уҡыны. Баш мөфтөй үҙенең сығышында Ураҙаның әһәмиәтенән тыш, йәмәғәтселекте борсоған башҡа темаларға ла туҡталды. Мөьмин мосолмандарҙы изге байрам менән Башҡортостан Хөкүмәт Премьер-министры ла тәбрикләне. Төп тәғлимәттәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Иртәнге тынлыҡты йәмләп баш ҡалабыҙҙа аҙан тауыштары яңғырай, барса мосолмандар аҡ уйҙар, изге ниәттәр менән иман йорттарына ашыға. «Ләлә» мәсетенең эсендә генә түгел, ихатала ла халыҡ тулы, бар ерҙә намаҙлыҡтар йәйелгән. Ураҙа - һынау осоро, гөнаһтарҙы йыуыу мөмкинлеге, изге ниәттәр, теләктәр мәле, тине баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.
Башҡортостан мосолмандарын изге байрам менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров та тәбрикләне. Ул төбәктә мәсет-мәхәлләләр йылдан-йыл артыуын билдәләне. Республика борондан ислам үҙәге, дини мәккә булып торған, тине Премьер-министр.
Мәсеткә килеүселәр фекеренсә, быйыл Ураҙа еңел үткән, мосолмандар дәррәү ифтарҙарға йөрөгән. Өфөнән Яппаровтар ғаиләһе дини ҡанундарҙы теүәл үтәй, ислам йолаларын балаларына ла өйрәтә. Хатта, 5 йәшлек улдары Таһир байтаҡ сүрәләрҙе яттан белә.
Ураҙаның ризыҡтан тыйылыуҙан тыш тағы ла бер мөһим ғәмәле бар. Ул мохтаждарға фитыр саҙаҡаһы биреү. Был изге, олуғ байрамда һәр кемдең кәйефе күтәренке булыуы шарт, ти дин әһелдәре.
Ураҙа - мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө. Уны бәлиғ булған һәм һау-сәләмәт һәр кеше тоторға тейеш тип иҫәпләнә.
Ураҙа ғәйете иң олуғ, мөбәрәк байрамдарыбыҙҙың береһе. Рамаҙан айы ризыҡтан тыйылыу ғына түгел, хилаф ғәмәлдәрҙән дә йыраҡ тороу. Был ғәмәлдең асылында нәфсеңде ауыҙлыҡлау, башҡаларға ҡарата миһырбанлы булыу тигән төшөнсәләр ята.
Ураҙа ғәйете мосолмандарҙың иң олуғ байрамдарының береһе. Ул мәбәрәк Рамаҙан айының тамамланыуы аңлата һәм шәүүәл айының тәүге өс көнөндә билдәләнә. Был осорҙа туғандарыңдың яҡындарыңдың хәлен белеү, табынға йыйыу, мохтаждарға ярҙам итеү изге ғәмәл һанала.
Рәмзиә Кәримова






